14 декабрь, Башҡорт теле көнө уңайы менән, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында Баймаҡ районы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы

14 декабрь, Башҡорт теле көнө уңайы менән, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының  Баймаҡ филиалында Баймаҡ районы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы

        Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы  Ямантаева Вәсимә Ғәле ҡыҙы менән осрашыу үтте. Ул үҙенең бай йөкмәткеле сығышы менән халҡыбыҙҙың үткән ҡаһарман тарихы, быуаттар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән изге ҡомартҡылары – ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, туған телебеҙҙең байлығын барланы,  уҡыусыларҙы башҡорт теле, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында уйланырға мәжбүр итте, туған телдең моңло ла, көслө лә, ҡеүәтле лә икәненә инандырҙы.

         Сараның икенсе өлөшөндә иһә, китапхана етәксеһе Гөлшат Римовна Мифтахетдин Аҡмулланың тормош ижады буйыса викторина һорауҙарына яуап алды, уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Зәйнәп Биишева, Баязит Бикбай ижады буйынса шиғыр ятлау һәләтен күрһәтте.