Колледжда башҡорт теле көнө

Колледжда башҡорт теле көнө

        Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында башҡорт теле көнө уңайы менән Мифтахетдин Аҡмулланың 190-йыллыҡ юбилейына ҡарата ҙур сара үткәрелде. «Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» темаһы буйынса үткәрелгән әҙәби кисәлә уҡыусылар әүҙем ҡатнаштылар. Төрлө райондарҙан йыйылған уҡыусылар үҙҙәренең ырыуҙары менән таныштырҙылар, шиғыр яратыусылар шиғыр бәйгеһендә һынау тоттолар, ә инде кисә аҙағы Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры менән тамамланды. Ҡыҙыҡлы һәм сағыу, фәһемле һәм тәрбиәүи саранан уҡыусылар бик күп көс, дәрт һәм дарман алып таралыштылар.